Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Администрация городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Сибай институты студенттары менән осрашты

6 Декабря 2018
9
0

“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре эш сәфәре менән Урал аръяғы райондарында булды. Уның сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лариса Абдуллина, гәзиттең Урал аръяғы буйынса махсус хәбәрсеһе Кәримә Усманова Башҡорт дәүләт университеты филиалы Сибай институтының студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты. Педагогика факультеты студенттары Вәдүт Ғәйфулла улының сәләмләү һүҙен, Лариса Хашим ҡыҙының Салауат Юлаев, батырҙың һуңғы төйәге Эстонияла башҡорттарҙы нисек ҡаршы алыуҙары хаҡындағы сығыштарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, әҙәбәиәт, сәнғәт, журналистикаға ҡуйылған бөгөнгө талаптар хаҡында фекер алышты. Вәдүт Ғәйфулла улы милләтебеҙҙең маяғы булған абруйлы баҫманың мәртәбәһен арттырыуға, уны таратыуға, башҡорт халҡының рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлауға тос өлөш индергәне, газета менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне өсөн уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренә “Башҡортостан” газетаһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Рус, башҡорт, сит телдәр филологияһы кафедраһы эргәһендә эшләгән “Инеш “ әҙәби-ижади түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны. Осрашыу институттың ижади коллективтарының ҙур концерты менән тамамланды.

Башҡала ҡунаҡтары өсөн уҡыу йорто буйлап махсус экскурсия ойошторолдо

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Сибай институты студенттары менән осрашты
  • “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Сибай институты студенттары менән осрашты
  • “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Сибай институты студенттары менән осрашты
  • “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Сибай институты студенттары менән осрашты